Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Январь » 26

24 ғинуар,  Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ  филиалының башҡорт  әҙәбиәте кафедраһы, Йылайыр районы муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы тарафынан ойошторолған, Бабич ижадын популярлаштырыу, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында, Йылайыр районында, билдәле шағир, арҙаҡлы шәхес Ш.Бабич ижадына арналған «Халҡым өсөн» район- ара конкурс  уҙғарылды. Был конкурста бөтәһе 4 райондан (Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура) 100-гә  яҡын бала ҡатнашты. Улар шағирҙың шиғырҙарын, поэмаларын, балладаларын бик оҫта итеп яттан һөйләнеләр. Бәйге һуңынан  бөйөк шағир ҡәберенә тере сәскәләр һалыу тантанаһы ойошторолдо.

Жюри ағзалары, Башҡорт д ... Читать дальше »

Просмотров: 497 | Добавил: ROO | Дата: 26.01.2015 | Комментарии (0)

21 ғинуар көнө Татыр – Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тулибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы  Альберт Яхин методикаһына ҡоролған «Ижади үҫеш технологияһы» буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙа ижади һәләт тәрбиәләү, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә уҡыусыларҙы үҙ аллы фекерләргә өйрәтеп,    ижади һәләттәрен асыу һәм бөгөнгө көн өсөн бик  мөһим булған әхлаҡи тәрбиә биреү ысулдары менән таныштырҙы.

            Күренекле педагог, методист Альберт Яхин системаһы әҙәби әҫәрҙе яңыса анализлау алымдарына өйрәтә. Уҡыусы дәрес буйына уйланырға, яуаптарын дәлилләргә, ... Читать дальше »

Просмотров: 1501 | Добавил: ROO | Дата: 26.01.2015 | Комментарии (0)