Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Январь » 26 » Ш.Бабичтың ижадына арналған «Халҡым өсөн» район-ара конкурсы.
15:42
Ш.Бабичтың ижадына арналған «Халҡым өсөн» район-ара конкурсы.

24 ғинуар,  Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ  филиалының башҡорт  әҙәбиәте кафедраһы, Йылайыр районы муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы тарафынан ойошторолған, Бабич ижадын популярлаштырыу, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында, Йылайыр районында, билдәле шағир, арҙаҡлы шәхес Ш.Бабич ижадына арналған «Халҡым өсөн» район- ара конкурс  уҙғарылды. Был конкурста бөтәһе 4 райондан (Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура) 100-гә  яҡын бала ҡатнашты. Улар шағирҙың шиғырҙарын, поэмаларын, балладаларын бик оҫта итеп яттан һөйләнеләр. Бәйге һуңынан  бөйөк шағир ҡәберенә тере сәскәләр һалыу тантанаһы ойошторолдо.

Жюри ағзалары, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ  филиалының башҡорт  әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары Аҡҡужина Фәүриә Әхтәм ҡыҙына һәм Дилмөхәмәтов Илнур Тимерхан улына уҡыусылар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу еңелдән булмағандыр.

    Беҙҙең мәктәптән бөтәһе 4 уҡыусы ҡатнашты,  улар бөтәһе лә призлы урын яуланылар һәм маҡтау ҡағыҙы, ҡиммәтле приз менән бүләкләнделәр.Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:

 1 урын- Ибраһимова Розалия, 8а класс  ( етәксеһе Ибраһимова Р.К.);

 2 урын –Бохарбаева Айһылыу, 8а класс  (етәксеһе- Ибраһимова Р.К.);

 3 урын- Баймырҙин Зариф, 7а класс  ( етәксеһе- Ишбулатова Г.И.);

 «Актерлыҡ оҫталығы» номинацияһы- Кәйепова Диана, 10 класс ( етәксеһе- Бохарбаева Ә.С.).

Уҡыусыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан- яңы ижади үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.

                                                                                                                       Р.К.Ибраһимова- башҡорт теле һәм         әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте 

        уҡытыусыларының методик берекмә етәксеһе 

                           

Район уҡыусыларының уңыштары түбәндәгесә:

1 урын- Әминев Артем, 8 класс, (етәксеһе-Туғыҙбаева Р.Н.);

1 урын- Ибраһимова Розалия, 8а класс  ( етәксеһе Ибраһимова Р.К.);

1 урын- Биишева Илзирә, 10 класс ( етәксеһе- Мәмбәтова Ә.Ә.)

2 урын- Бохарбаева Айһылыу, 8а класс  (етәксеһе- Ибраһимова Р.К.);

2 урын- Шәрипова Гөлдәр, 11 класс ( етәксеһе- Туғыҙбаева Р.Н.);

2 урын- Биишева Яҙгөл, 8 класс ( етәксеһе-Мәмбәтова Ә.Ә.);

3 урын- Баймырҙин Зариф,  1-се Аҡъяр урта мәктәбенең 7а класс уҡыусыһы (етәксеһе- Ишбулатова Г.И.);

3 урын- Нафикова Зарема, Бүребай урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы (етәксеһе- Баймиева Ҡ.З.);

«Актерлыҡ оҫталығы» номинацияһы- Кәйепова Диана, 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы ( етәксеһе- Бохарбаева Ә.С.);

Галин Ғәҙим,  2-се Аҡъяр урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы (етәксеһе- Үзбәкова Г.Д.);

Байғабулова Азалия, Атингән мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы(етәксеһе- Мөхәмәтйәрова Г.Н.).

 

 

 

Просмотров: 497 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: