Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Январь » 26 » Мастер-класс – “Нимә ул бәхет”?
15:33
Мастер-класс – “Нимә ул бәхет”?

21 ғинуар көнө Татыр – Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тулибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы  Альберт Яхин методикаһына ҡоролған «Ижади үҫеш технологияһы» буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙа ижади һәләт тәрбиәләү, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә уҡыусыларҙы үҙ аллы фекерләргә өйрәтеп,    ижади һәләттәрен асыу һәм бөгөнгө көн өсөн бик  мөһим булған әхлаҡи тәрбиә биреү ысулдары менән таныштырҙы.

            Күренекле педагог, методист Альберт Яхин системаһы әҙәби әҫәрҙе яңыса анализлау алымдарына өйрәтә. Уҡыусы дәрес буйына уйланырға, яуаптарын дәлилләргә, ижади фекерләү һәләтен үҫтерергә тейеш.

Дәрестең лексик темаһы итеп «Нимә ул бәхет?» тигән һорау алынды.  Уҡытыусылар  Рәшит Назаровтың «Бәхет» шиғыры миҫалында кешелек ғүмер баҡый эҙләгән фәлсәфәүи һорауға яуап эҙләне, хис-тойғо этаптарын билдәләне.

Артабан уҡытыусыларға төркөмдәрҙә эш ҡушылды: 1-се төркөмгә бәхет темаһына сығыш яһарға, икенсе төркөмгә шиғыр ижад итергә, ә өсөнсө төркөмгә тормоштоң яҡшы һәм насар яҡтарын һүрәтләгән һүрәттәрҙән коллаж төҙөү.

Степной, Ивановка, Бүребай, Аҡъяр, Татыр-Үҙәк  мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары коллегаларын үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы.

            Шулай итеп, оҫталыҡ дәресе аҙағында тирә-йүнебеҙ, Тыуған илебеҙ имен булһа, тән, рух һаулығы булһа, кеше ысынында бәхетле була ала, тигән һығымта яһалды.

 

 

 

Просмотров: 1501 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: