Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Июнь » 8 » Һәләтле уҡыусылар – Әбйәлил районының «Ирәндек» лагерында.
15:20
Һәләтле уҡыусылар – Әбйәлил районының «Ирәндек» лагерында.

Уҡыуҙар тамамланып, йылы көндәр етеү менән, муниципаль, республика кимәлендәге һауыҡтырыу һәм профиль лагерҙар үҙ ишектәрен  һәләтле балалар өсөн асты. Шундай лагерҙарҙың береһе Әбйәлил  муниципаль районында урынлашҡан «Ирәндек» балалар ял лагеры базаһында «Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы» һәм “Арғымаҡ» ял һәм һауыҡтырыу Үҙәге тарафынан ойошторолдо. Лагерҙың эшмәкәрлеге күренекле педагог М.С. Бураҡаеваның мәҙәни-лингвистик, этнографик йүнәлешле “Йәйләү» программаһына нигеҙләнгән. Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан шиғриәт, әҙәбиәт, журналистика һәм публицистика өлкәһендә үҙҙәрен һынап ҡарап, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа һәм конференцияларҙа призлы урындарға лайыҡ булған 11 -16 йәшлек һәләтле уҡыусылар саҡырылды.

 «Ирәндек» балалар ял лагерында Хәйбулла районынан түбәндәге уҡыусыларға 1-нән 21 июнгә тиклем ял итеү бәхете тейҙе: Әбеш мәктәбенән Күскилдина Гүзәл, 1- се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенән Баймырҙин Зариф, Әбүбәкер урта мәктәбенән Билалов Шайморат, Өфө урта мәктәбенән Баракова Алһыу, Подольск урта мәктәбенән Әхмәтова Азалия, Һамар урта мәктәбенән Әҙелгилдина Фидәлиә, Татыр-Үҙәк урта мәктәбенән Баймырҙина Розалия һәм Айҙашева Таңсулпан, Мәмбәт урта мәктәбенән Ҡәйепова Зәлифә, 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенән Аҡманова Наҙгөл. 

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: балаларҙың ялы өсөн ата-әсәләр йүнәлтмә хаҡының 10% -ын ғына түләй, ә ҡалған 90%-ты район бюджеты иҫәбенә башҡарыла. Шулай уҡ программаның сиктәрендә балаларҙы Әбйәлил районында урынлашҡан динопаркка, күрше Магнитогорск ҡалаһындағы аквапаркка һәм циркка алып барыу ҡаралған.

 

Просмотров: 530 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: