Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Май » 12 » Йәшәһен Ерҙә тыныслыҡ!
12:38
Йәшәһен Ерҙә тыныслыҡ!

“Мин хәтерләйем! Мин ғорурланам!” девизы аҫтында мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам саралары булып үтте. Хәрби-патриотик аҙналыҡ сиктәрендә үткән фәһемле саралар аша йәмғиәтебеҙҙең киләсәгенә нигеҙ һалыусы йәш быуындың һуғыштың ҡәһәрле, ә тыныс, аяҙ күктең  яҡшы икәнен кескәй саҡтан аңлап үҫеүенә булышлыҡ итеү, тыныс ил, матур тормош бүләк иткән ҡарт һалдаттарға, оло быуын кешеләренә ихтирам, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатын тормошҡа ашырҙы.  

Балалар баҡсаларында кескәйҙәрҙең батыр яугирҙарса кейенешеп, һуғыш тураһында йырҙар йырлауы, йөрәктәргә үтеп инерлек итеп ялҡынлы шиғыр һөйләүе һәм дәртле һалдаттарса өҙә баҫып бейеүе кеүек ғәҙәти саралар байрам кәйефен күтәреп ебәрһә,  яу яландарында ятып ҡалған, һуғыштан һуң ғүмерҙәре өҙөлгән яугир ветерандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән  иҫкә алыу сараның тәрбиәүи әһәмиәтен күтәрҙе.

Һәр балалар баҡсаһы уҙенсәлекле саралары менән айырылып торҙо. Аҡьяр ауылының 3-сө һанлы “Шатлыҡ”  балалар баҡсаһында байрам сараһы “Үлемһеҙ полк” парады менән иҫтә ҡалһа, “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн һуғыш ветерандары Иҙрис олатай Түләшев һәм Юламанов Фәтхулла Әғлиулла  улы менән осрашыу фәһемле булды. Олатайҙар балаларға  һуғышы  хәтирәләрен һөйләне, батырлыҡтары өсөн алған миҙалдарын күрһәтте. Кескәйҙәр оло ветерандарҙыың яу юлы, бала сағы тураһында ҡыҙыҡһынды, аяныслы һуғыш хаҡында һорауҙарға яуаптар алды.                               

Бүребай ауылы  “Солнышко” балалар баҡсаһында  иғтибар айырыуса нәфис әҙәбиәт менән таныштырыуға бүленде. Ҡ.Даяндың “Шайморатов генерал”, Ф.Туғыҙбаеваның “Ҡадир-баһадир”, “Олатайым ордены”, М.Ғәлиҙең“Олатайҙың фотоһы”, А.Игебаевтың “День победы”, Т.Арслановтың “Стоят часовые”, Т.Шапироның “Я в солдатики играю” кеүек әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе менән танышһалар, Т.Белозеровтың “День победы” Ф.Туғыҙбаеваның “Баһадир”, Э.Акбутинаның “Тыныслыҡ” шиғырҙарын хатта ятлап алдылар. Шулай уҡ әҫәрҙәр буйынса һүрәт тә төшөрҙөләр.

 Аҡьяр ауылының Бәпембә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн был мөһим дата  “Еңеү ”һәйкәленә экскурсия,  яу ҡырында ятып ҡалған батырҙарҙы иҫкә алып сәскә һалыу,  уларҙың рухына арнап, илебеҙҙә тыныслыҡ булыуын теләп  зәңгәр күккә шарҙар осороу менән иҫтә ҡалды.

Еңеү байрамына  арналған хәрби-патриотик аҙналыҡтар кескәйҙәргә генә түгел, барлыҡ хеҙмәткәрҙәр  һәм  ата-әсәләр өсөн дә  ватансылыҡ тойғоһон уятып, батырҙарға хөрмәт тәрбиәләүсе, дан йырлаусы сара булды.

 

Просмотров: 984 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: