“Мин хәтерләйем! Мин ғорурланам!” девизы аҫтында мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам саралары булып үтте. Хәрби-патриотик аҙналыҡ сиктәрендә үткән фәһемле саралар аша йәмғиәтебеҙҙең киләсәгенә нигеҙ һалыусы йәш быуындың һуғыштың ҡәһәрле, ә тыныс, аяҙ күктең яҡшы икәнен кескәй саҡтан аңлап үҫеүенә булышлыҡ итеү, тыныс ил, матур тормош бүләк иткән ҡарт һалдаттарға, оло быуын кешеләренә ихтирам, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатын тормошҡа ашырҙы.
Балалар баҡсаларында кескәйҙәрҙең батыр яугирҙарса кейенешеп, һуғыш тураһында йырҙар йырлауы, йөрәктәргә үтеп инерлек итеп ялҡы
...
Читать дальше »