Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2021 » Январь » 22 » Башҡорт теле һәм эҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиадаһы башланды.
06:26
Башҡорт теле һәм эҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиадаһы башланды.

Райондың Татыр-Үҙәк, Һамар, Маҡан, Сиҙәм һәм 1-се һанлы Аҡъяр аылы мәктәптәренән 8, 9, 11 кластарынан 5 уҡыусы район намыҫын Башҡорт теле һәм эҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиадаһында яҡлайҙар. Программаға ярашлы 21 ғинуарҙа Олимпиаданың беренсе көнө уҙҙы. Был көндә Олимпиаданы тантаналы асыуҙан һуң 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөнсө турҙа белемдәрен һынаны, йәғни башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаштылар, диалог төҙөнөләр. Ә 11 класс уҡыусылары тест һорауҙарына яуап биреп, текст буйынса эш башҡарып, 1-се һәм 2-се турҙың биремдәрен үтәне. Киске сәғәттәрҙә улар өсөн Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультеты Асыҡ ишектәр көнө тәҡдим итә.

Бәйгеселәребеҙҙе 22 ғинуарҙа ла бик көсөргәнешле программа көтә. Уларға уңыштар теләйбеҙ

Просмотров: 191 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: