Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Декабрь » 21 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының РМБ кәңәшмәһе.
13:34
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының РМБ кәңәшмәһе.

17 декабрҙә Ивановка урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының сираттағы район методик берекмәһе ултырышы булып үтте. Унда 23 уҡытыусы ҡатнашты. 

Ултырыш “Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланыу. Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау” темаһына арналғайны. Тәүҙә  Резеда Зәйнетдин ҡыҙы Тимербаева 3-сө класта “Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкән?” әкиәте буйынса асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрес  төрлө  эш алымдарын, яңы технологияларҙы  ҡулланып, эҙләнеү, танып белеү эшмәкәрлеген урынлы ойоштороп үткәрелде. Һуңынан Муратова Гөлшат Хужәхмәт ҡыҙы үҙенең уҡыусылары  менән тәрән йөкмәткеле ижади кисә күрһәтте. Был кисәгә улар Сибайҙан йәш прозаик Рәмилә Юлай ҡыҙы Торомтаеваны ла саҡырғайнылар. Кластан тыш сара актуаллеге, ҡуйылышы, уҡыусыларҙың үҙ ролдәрен оҫта башҡарыуы менән күңелдәрҙе ҡанат­ландырҙы, йөрәктәргә дәрт ҡабындырҙы.

Шулай уҡ методист Ғәни Ғәли улы Бикбаев  уҡытыусыларға үҙенең төплө фекерен, урынлы кәңәштәрен еткерҙе, алда торған  эштәр, бурыстар менән таныштырҙы. Мәғариф бүлеге инспекторы Ҡарабаев Илгиз Рафиҡ улы эш программаларын нисек итеп дөрөҫ төҙөү тураһында һөйләне. Ғәниева Зилә Салауат ҡыҙы интерактив таҡта менән эшләү буйынса практик семинар үткәрҙе.

Уҡытыусылар ултырыштан уҡытыу-тәрбиә эшендә ниндәй алдынғы технологиялар ҡулланырға, шәхесте тормошҡа нисек әҙерләргә, дөйөм эшкә ниндәй файҙа килтерергә мөмкин булыр ине, кеүек һорауҙарға яуап табып таралышты.

 

 

Просмотров: 869 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: