Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Июнь » 13 » Әбүбəкер урта мəктəбе янында "Йәйләү" кѳндѳҙгѳ ял итеү лагеры гөрләй
15:15
Әбүбəкер урта мəктəбе янында "Йәйләү" кѳндѳҙгѳ ял итеү лагеры гөрләй

Әбүбəкер урта мəктəбе янында "Йәйләү" кѳндѳҙгѳ ял итеү лагеры гөрләй.

Балаларҙың күңелендә тыуған иленә, милләтенә, теленә, тарихына ҡарата һөйөү, рух тәрбиәләйәсәк, өҫтәмә белеем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләй.

Балалар ырыуҙарға бүленеп, үҙ ырыуҙарының оранын, тамғаһын, ағасын, ҡошон, батырын, йырын һәм девизын өйрәнде, гәзитен сығарҙы. Иртәнге күнекмәләрҙән һуң стадионға сығып, йүгереүгә бәйле төрлө уйындар уйнанылар. Ике төркөмгә бүленешеп флаг алыштылар, уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Яҡшы туҡланып, һәләттәрен үҫтереп, һаулыҡтарын нығытып ял итәләр йәйләүҙәр.

Ураҙа ғәйете байрамы лагерҙа бик матур, мөбәрәк үтте. Түбәтәйҙәр кейеп, яулыҡтар ябынып килгән малай-ҡыҙҙарҙы әйҙәүселәр байрам менән ҡотлап, Ураҙа байрамы тураһында белешмә бирҙеләр. Артабан балалар ауыл мәсетенә барҙылар. Сараға килеүселәр намаҙға баҫып күңелдәргә иман нуры индергәндән һуң ауыл имамы Ҡәйүм Юнысовтың вәғәзен тыңланы. Һуңынан тәмле күстәнәстәрҙән ауыҙ итеп, байрам сәйе эстеләр.
Балаларҙы тәрбиәләүҙә мили байрамдар менән бер рәттән йола байрамдары ла ҙур роль уйнай. Киләсәгебеҙҙең ныҡлы, ышаныслы, балаларыбыҙҙың иманлы булыуы нәҡ тәрбиә аша килә лә инде.

6 июнь А.С. Пушкин көнө булараҡ билдәләнеп үтте. Тәүҙә шағирҙың тормош юлы менән таныштылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, һүрәттәр төшөрҙөләр. А.С.Пушкиндың тылсымлы әкиәттәренән өҙөктәр сәхнәләштереү барыһына ла оҡшаны. Был көн мауыҡтырғыс һәм файҙалы үтте.

“Сәләмәт тәндә –сәләмәт рух”. Лагерҙың был көнө спортҡа, Олимпия уйындарына арналды.
Беҙҙең уҡыусылар ҙа һәр ырыу менән ярыштар уҙғарҙы.. Флаг менән эстафеталар, туп менән төрлө ярыштар күңелле үтте. Түңгәүер ырыуы еңеүсе булды. Уҡыусылар бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды.

Просмотров: 273 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: