Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Июнь » 08

Бөгөн райондың 15 мәктәбенән 111 уҡыусы туған башҡорт теленән регион имтиханы тапшырҙы. Шул иҫәптән белем биреү башҡорт телендә ойошторолған белем усаҡтарынан 24 уҡыусы изложение, ә рус телендә уҡытылғандарынан 87 уҡыусы диктант яҙҙы. Диктант яҙыу ваҡыты 60, ә изложениеныҡы 235 минут дауам итте. Балаларҙың эштәренең скан варианттары интернет селтәре аша Республика мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәгенә ебәрелде. Уларҙы республика предмет комиссияһы тикшерәсәк.

Имтихан барышын 1 йәмәғәт күҙәтеүсеһе һәм дәүләт имтихан комиссияһының тулы хоҡуҡлы 2 вәкиле күҙәтте. Имтихан тейешле тәртиптә уҙҙы.

Просмотров: 498 | Добавил: ROO | Дата: 08.06.2019 | Комментарии (0)