Һорау: Ни өсөн йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайланығыҙ? Имтихандарға ниндәй кәйеф һәм әҙерлек менән килдегеҙ?
Акилова Мәҙинә (Әбүбәкир мәктәбе)
Мин бөгөн 2-се имтиханыма килдем. Тәүгеһе рус теле булғайны. Йыл буйы уҡытыусым менән дә, үҙем интернет селтәрҙәрендә лә әҙерләндем, шуға ла имтихандар минең өсөн ҡурҡыныс түгел. Тыныс күңел менән киләм, ул тиклем үк ҡаушамайым, үҙ көсөмә ышанам. Бөтә имтихандарҙы ла тик яҡшы билдәләргә генә бирермен, тип уйлайым.
Ильбактин Ирик (Подольск мәктәбе):
Имтиханға яҡшы әҙерлек менән килдем. Кәйефем шат, сөнки был имтиханды мин үҙем теләп һайланым һәм «5»-ле булмаһа ла, «4»-легә бирермен, тип ышанам. Ни өсөн һайланыммы, сөнки артабан да ошо йүнәлештә уҡып, юғары уҡыу йортона инергә теләйем.
Дәүләтҡолова Наҙгөл (Буребай мәктәбе):
Мәктәптә үткәрелгән һәр бер әҙерлек түңәрәктәрен дә, факультатив курстарҙы ла ҡалдырмай йөрөнөм. Йәмғиәтте өйрәнеү дәресен бик яратам, шуға ла теләк менән һ
...
Читать дальше »