Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Июнь » 6 » 9-сы класс уҡыусыларының “Йәмғиәтте өйрәнеү” предметынан төп дәүләт имтиханына тиклем һәм унан һуңғы фекерҙәре
15:50
9-сы класс уҡыусыларының “Йәмғиәтте өйрәнеү” предметынан төп дәүләт имтиханына тиклем һәм унан һуңғы фекерҙәре

Һорау: Ни өсөн йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайланығыҙ? Имтихандарға ниндәй кәйеф һәм әҙерлек менән килдегеҙ?

Акилова Мәҙинә (Әбүбәкир мәктәбе)

Мин бөгөн 2-се имтиханыма килдем. Тәүгеһе рус теле булғайны. Йыл буйы уҡытыусым менән дә, үҙем интернет селтәрҙәрендә лә әҙерләндем, шуға ла имтихандар минең өсөн ҡурҡыныс түгел. Тыныс күңел менән киләм, ул тиклем үк ҡаушамайым, үҙ көсөмә ышанам. Бөтә имтихандарҙы ла тик яҡшы билдәләргә генә бирермен, тип уйлайым.

Ильбактин Ирик (Подольск мәктәбе):

Имтиханға яҡшы әҙерлек менән килдем. Кәйефем шат, сөнки был имтиханды мин үҙем теләп һайланым һәм «5»-ле булмаһа ла, «4»-легә бирермен, тип ышанам. Ни өсөн һайланыммы, сөнки артабан да ошо йүнәлештә уҡып, юғары уҡыу йортона инергә теләйем.

Дәүләтҡолова Наҙгөл (Буребай мәктәбе):

Мәктәптә үткәрелгән һәр бер әҙерлек түңәрәктәрен дә, факультатив курстарҙы ла ҡалдырмай йөрөнөм. Йәмғиәтте өйрәнеү дәресен бик яратам, шуға ла теләк менән һайланым, өйрәндем, күп уҡыным. «4»-ле билдәһенә бирермен, тип уйлайым.

Исҡужин Искәндәр (Йәнтеш мәктәбе):

Мин “Йәмғиәтте өйрәнеү” бик файҙалы һәм кәрәкле предмет, тип уйлайым. Шуның өсөн был фән менән бик ҡыҙыҡһынам. Бәлки, Хәйбулла районының танылған юрисы булып китермен. Артабан да ошо йүнәлештә уҡыуымды дауам итәсәкмен.

Һорау: Имтихандан ниндәй уйҙар, кәйеф менән сыҡтығыҙ?

Әлибаев Инсаф (Сиҙәм мәктәбе):

Имтихан һорауҙарына яҡшы яуап бирҙем, тип ышанам.Был фәнде тағы ла нығыраҡ һәм төплөрәк өйрәнергә кәрәктер, тигән уйҙар менән сыҡтым.

Шәрипова Ғәлиә (2-се Аҡъяр):

Һорауҙар минең өсөн ҡыйын булманы, бөтәһенә лә яуапты белә инем. Шуға ла «5»-ле билдәһе булырына иманым камил.

Асаинов Тимур (Маҡан мәктәбе):

Уҡытыусыма рәхмәт. Мине был имтиханға тырышып әҙерләне, үҙ аллы ла әҙерләндем. Кемгә нисектер, минең өсөн һорауҙар ҡыйын түгел инеләр. Артабан йәмғиәтте өйрәнеү фәнен ныҡлап өйрәнергә лә өйрәнергә, тигән фекерҙәмен.

Тазетдинова Нәсимә ( Степной мәктәбе):

Кәйефем яҡшы. Һорауҙар таныш булды, бәлки тырышып, ныҡлап өйрәнгәнгә лә шулай тойолғандыр. Әлегә бер нимә тип тә уйлағым килмәй. Яҡшы билдәгә биреүемә ышанам.

Просмотров: 263 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: