Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Июнь » 3 » “Һаумы, һаумы, әкиәт!” регион-ара конкурсының йомғаҡлау байрамы үтте
12:06
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” регион-ара конкурсының йомғаҡлау байрамы үтте

29 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” регион-ара конкурсының йомғаҡлау байрамы үтте.

Республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү конкурстың төп маҡсаттарының береһе булып тора.

Бәйге 2010 йылдан үткәрелә һәм ул Республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Шулай уҡ уның төп маҡсаттары булып йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү, донъя халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡынының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү тора. Быйыл конкурс 7 номинация буйынса үткәрелде: әкиәтте яттан һөйләү, әкиәтте фольклор коллективтары һәм ғаилә менән сәхнәләштереү, йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар әҙерләү, күргәҙмәләр эшләү, әкиәт геройҙары костюмдарын күрһәтеү, әкиәттәр ижад итеү. Конкурста республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән һәм республикаларҙан төрлө йәштәге балалар ҡатнашты.

Хәйбулла районы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә конкурста үҙ һәләттәрен күрһәтте. “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ямалетдинов Айнур (етәксеһе -Хәйбуллина Й.Ф.) был конкурста "Йәш әкиәтсе" номинацияһында беренсе урын алды. Балалар өсөн юғары кимәлдә матур тамаша, ҙур байрам ойошторолдо. Балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы ошондай матур бәйгеләр йышыраҡ булһын, беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙе артабан да ҡыуандырһын!

Просмотров: 574 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: