Театр балалар өсөн әкиәт, мөғжизә һәм тылсым иле булһа, тәрбиәселәр өсөн ул тәрбиәүи эштең бер сараһы. Театрлаштырыу эшмәкәрлеге балалар баҡсаһындағы кескәйҙәр тормошона төрлөлөк индереп кенә ҡалмай,бала шәхесенең гармониялы үҫешенә булышлыҡ итеп, уларға шатлыҡ бүләк итә. Уның аша тәрбиә-белем биреүҙең бик күп маҡсаттарына ирешергә була. Мәҫәлән, дөйөм үҫеште, фекерләүен, ижади һәләттәрен, рухи ҡиммәттәрҙе, ныҡышмалылыҡты үҫтерә. Иң мөһиме театрлаштырыу эшмәкәрлеге балаларҙың тәртибендә социаль тәжрибә күнекмәләрен формалаштыра. Шуға ла – тәрбиәселәр был эшмәкәрлек төрөнә ҙур иғтибар бирә.
“Бэпембэ” балалар баҡсаһында Театр көнөнә арналған "Әкиәт донъяһында" аҙналығы үтте. Аҙналыҡ сиктәрендә тәрбиәләнеүселәр “Йомро икмәк”, “Әтәс менән Төлкө”, “Һарыбай”, “Драконға ярҙам”, “Бүре һә
...
Читать дальше »