Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2022 » Апрель » 1 » Әкиәттә ҡунаҡта
13:39
Әкиәттә ҡунаҡта

Театр балалар өсөн әкиәт, мөғжизә һәм тылсым иле булһа, тәрбиәселәр өсөн ул тәрбиәүи эштең бер сараһы. Театрлаштырыу эшмәкәрлеге балалар баҡсаһындағы кескәйҙәр тормошона төрлөлөк индереп кенә ҡалмай,бала шәхесенең гармониялы үҫешенә булышлыҡ итеп, уларға шатлыҡ бүләк итә. Уның аша тәрбиә-белем биреүҙең бик күп маҡсаттарына ирешергә була. Мәҫәлән, дөйөм үҫеште, фекерләүен, ижади һәләттәрен, рухи ҡиммәттәрҙе, ныҡышмалылыҡты үҫтерә. Иң мөһиме театрлаштырыу эшмәкәрлеге балаларҙың тәртибендә социаль тәжрибә күнекмәләрен формалаштыра. Шуға ла – тәрбиәселәр был эшмәкәрлек төрөнә ҙур иғтибар бирә.
“Бэпембэ” балалар баҡсаһында Театр көнөнә арналған "Әкиәт донъяһында" аҙналығы үтте. Аҙналыҡ сиктәрендә тәрбиәләнеүселәр “Йомро икмәк”, “Әтәс менән Төлкө”, “Һарыбай”, “Драконға ярҙам”, “Бүре һәм кәзә бәрәстәре”, “Тәмле икмәк валсығы” ә тәрбиәселәр тарафынан балалар өсөн әҙерләнгән “Тирмәкәй” әкиәтен заманса үҙгәртеп сәхнәләштерҙеләр. Тәрбиәселәр үҙҙәре үк матур итеп костюмдар тегеп, битлектәр әҙерләне. Ролдәрҙе улар ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, мимика, интонация ярҙамында кескәйҙәрҙе әкиәт иленә алып инде. Сәхнә биҙәлеше, декорация, артистарҙың гримы — барыһы ла әкиәттең балаларға тәьҫир итеү көсөнә йоғонто яһаны. Әкиәттең һәр геройы музыка етәксеһе Гөлгинә Фәтих ҡыҙы оҫта итеп һайлап ҡуйған көй аҫтына сыҡты. Был әкиәт аша балалар әсәйҙәрҙе тыңларға кәрәклеге хаҡында белде.
Иң мөһиме, баҡсаға йөрөүсе кескәйҙәр әкиәтте тын да алмай ҡарап, тыңлап ултырҙы.

Просмотров: 230 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: