Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Февраль » 19 » Райондың башҡорт теле уҡытыусылары һөнәри белемдәрен камиллаштырыу курсы үтә
07:53
Райондың башҡорт теле уҡытыусылары һөнәри белемдәрен камиллаштырыу курсы үтә

Райондың 36 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙың теоретик-методологик нигеҙе булараҡ системалы эшмәкәрлек алымы”  исеме аҫтында белемдәрен камиллаштырыу курсы уҙа. Уҡыу Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан бюджет нигеҙендә ойошторола.

Филология фәндәре кандидаты, институттың башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәре кафедраһы доценты Луиза Риф ҡыҙы Кирәева тыңлаусыларға мәктәптә башҡорт теленән белем биреүҙәге алдынғы технологиялар менән таныштырып, проблемалар һәм уларҙан сығыу юлдары тураһында фәһемле лекциялар уҡый, практик эштәр эшләтә.

Уҡыуҙар көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаһында февралдең 17-һенән 27-һенә тиклем дауам итә.

Просмотров: 233 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: