Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Январь » 2 » Район уҡыусылары республика олимпиадаһына әҙерләнә
10:28
Район уҡыусылары республика олимпиадаһына әҙерләнә

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы ҡабул иткән регламентҡа ярашлы яңы йылдың тәүге эш көнөнән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән төбәк-ара олимпиаданың республика туры башланып, 11 ғинуарға тиклем дауам итә. Олимпиада 3 турҙан тора: -  9 ғинуар – олимпиаданы асыу һәм викторина һорауҙарына яуап биреү;

  • 10 ғинуар көнө ҡатнашыусылар ижади эш башҡара- инша яҙалар;
  • 11 ғинуар  - олимпимадаға йомғаҡ яһала, еңеүселәр билдәләнә.

Программала шулай уҡ интеллегенция, ижади даирәләр һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған.

Олимпиадала беҙҙең район намыҫын 1-се һәм 2-се һанлы Аҡъяр, Әбүбәкер, Өфө, Һамар һәм Маҡан ауылы мәктәптәре уҡыусылары яҡлаясаҡ. Әлеге мәлдә ҡатнашыусылар уҡытыусылары менән берлектә был сараға ныҡлы әҙерлек эштәре алып баралар. Бөтә уҡытыусылар ҙа аныҡ эш планы төҙөгән, мәғариф идаралығы тарафынан уларға төҙәтмәләр һәм өҫтәмә тәҡдимдәр индерелде.

Уҡыусыларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

 

Просмотров: 597 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: