Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы үтте. Республика мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бәйгелә ҡала һәм райондарҙан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән 9-11-се кластарҙан 269 уҡыусы ҡатнашты.
Олимпиадала Хәйбулла районының башҡорт мәктәптәренән, уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 6 уҡыусы ҡатнашты: Маҡан мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Юнысов Ю.Х..), Һамар мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Кәримова Г.З.), Өфө мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Вәлитова Д.З.), 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең
...
Читать дальше »