Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Январь » 19 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала өс призер
08:48
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала өс призер

Өфөлә  Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара  олимпиадаһы үтте. Республика мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бәйгелә ҡала һәм райондарҙан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән 9-11-се кластарҙан 269 уҡыусы ҡатнашты. 

Олимпиадала  Хәйбулла районының  башҡорт мәктәптәренән,  уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 6 уҡыусы ҡатнашты: Маҡан  мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Юнысов Ю.Х..), Һамар мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Кәримова Г.З.), Өфө мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Вәлитова Д.З.), 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Ибраһимова Р.К.), 2-се һанлы Аҡъяр  мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Мөхәмәтшина Г.Э.), Әбүбәкер мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Билалова З.Х.).

Олимпиада 3 турҙа үтте : 1-се тур -   тексҡа комплекслы анализ, 2-се тур – инша,  3-сө тур – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина (10 һорау). Өс турҙа ла беҙҙең уҡыусылар һынатманылар.  Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Һамар мәктәбе уҡыусыһы еңеүсенән ҡала 3-сө, Өфө мәктәбе уҡыусыһы 4-се, Әбүбәкер мәктәбе уҡыусыһы рейтинг буйынса 9-сы урынды биләп, призер исемен яуланылар һәм Башҡортостан Мәғариф министрлығының дипломы, китаптар  менән бүләкләнделәр.

Хәйбулла районы мәғариф бүлеге исеменән еңеү яулаған уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров: 878 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: