Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Октябрь » 28 » Район уҡыусылары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Т.Гарипова призына республика конкурсында уңышлы сығыш яһаны.
09:05
Район уҡыусылары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Т.Гарипова призына республика конкурсында уңышлы сығыш яһаны.

Һәр йыл ҡабатланып килгән традицияға ярашлы Сибай ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле әҙибә Таңсулпан Ғарипова призына республика кимәлендәге ижади конкурс шаулап-гөрләп уҙҙы. Был күркәм сара үҙе бер ҙур байрамға әүерелде! Бәйгенең икенсе этабына тәүге этаптағы һикһән ижади эш башҡарыусынан 17 уҡыусы саҡырылғайны. Алыҫ араларҙы яҡын итеп Сибай ҡалаһы интернат-гимназияһына республикабыҙҙың Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан, Стәрлетамаҡ һәм Октябрский ҡалаларынан да уҡыусылар килде. Беҙҙең районыбыҙҙан конкурстың икенсе этабында ҡатнашыу өсөн ике уҡыусы саҡырыу хаты алды! Улар - Подольск урта мәктәбенең алтынсы һәм Иҫәнгилде мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусылары. Подольск урта мәктәбе уҡыусыһы “Поэзия” йүнәлешендә үҙенең хыялы хаҡында шиғыр яҙһа, ә Иҫәнгилде мәктәбенеке “Журналистика“ йүнәлеше буйынса ижади эш башҡарҙы. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа был конкурста уңышлы сығыш яһап, һәр ҡайһыһы үҙҙәренең йүнәлештәре буйынса икенсе урынды яуланылар.

Халыҡ яҙыусыһы менән яҡындан күрешеп, уның менән ихлас әңгәмәләшеп, әҙибәнең автографы булған ҡәҙерле бүләкте һәм, әлбиттә, диплом алып яҡшы кәйеф менән алдағы үрҙәргә ҡанатланып ҡайттылар.

Просмотров: 251 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: