Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Май » 27 » ОЛИМПИАДА ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ – “БАШҠОРТОСТАН ӨМӨТӨ – 2019” ФОРУМЫНДА
13:52
ОЛИМПИАДА ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ – “БАШҠОРТОСТАН ӨМӨТӨ – 2019” ФОРУМЫНДА

Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан Өфө ҡалаһында 21 майҙа Рәсәй Федерацияһы республикалары дәүләт телдәре, Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадалары һәм башҡа интеллектуаль ярыш еңеүселәре өсөн “Башҡортостан өмөтө – 2019” исемле һәләтле балалар форумы үткәрелде.

Хәйбулла районынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе Татыр-Үҙәк мәктәбенең 11класс уҡыусыһы Сыңғыҙова Альбина һәм уның уҡытыусыһы Тулибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы был мәртәбәле форумда ҡатнашыу бәхетенә эйә булдылар.

«Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ойошторолған был сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм алдынғы уҡыусылар араһында йәнле аралашыу булды. Уҡытыусылар иһә методик семинарҙа ҡатнашты, һәләтле балалар менән эшләүҙә инновацион алымдар тураһында фекер алышты.

Просмотров: 283 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: