Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2016 » Июнь » 7 » «Йәйләү» профилле лагеры эшен дауам итә.
10:23
«Йәйләү» профилле лагеры эшен дауам итә.

Уҡыусылар Башҡорт дәүләт  университетынан килгән филология фәндәре кандидаттары, доцент Исҡужина Фирүзә Сәлихйән ҡыҙынан һәм журналистика кафедраһы доценты Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙынан башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән оҫталыҡ дәрестәренә һәм журналистика серҙәренә өйрәнеүҙән тыш Рәсимә Камил ҡыҙы етәкселегендәге вожатыйҙар төркөмө ойошторған төрлө тәрбиәүи сараларҙа ла бик теләп ҡатнашалар.

Лагерҙа   Кино  йылына  арналған төрлө саралар, лекциялар, презентациялар, пресс-конференциялар үткәрелә,  билдәле режиссер Айнур Асҡаровтың  “Еңмеш” фильмында киномеханик ролен башҡарыусы Сәлимйән ағай Әминев  менән осрашыу  уҡыусылар күңелендә онотолмаҫлыҡ ваҡиға  булып ҡалды.

Уҡыусылар башҡорт халҡының милли аш-һыуы менән танышыу маҡсатында Әбеш ауылынан Лилиә инәйгә ҡорот эшләү серҙәрен өйрәнергә барҙы, ә Нәсимә Ибраһимова апай бауырһаҡ бешерергә өйрәтте. Лагерь тәрбиәләнеүселәренә тәмле ҡорот һәм баллы бауырһаҡ бик оҡшаны, рецептарын да яҙып алдылар.

 Әбеш ауылының хозур тәбиғәтендә балалар рәхәтләнеп ял итәләр, саф һауала күберәк йөрөйҙәр, төрлө халыҡ уйындары менән танышалар.

 

Просмотров: 585 | Добавил: ROO | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: