8 июнь көнө Хәйбулла районының Ҙур Әбеш мәктәбе базаһында ойошторолған «Йәйләү» лагеры Ырымбур өлкәһе Ҡыуандаҡ районы Сурай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5 уҡытыусыһынан торған делегацияны ҡаршыланы. Сара күрше өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә башҡарылды.
Ҡунаҡтарҙы милли кейем кейгән уҡыусылар милли ризыҡ - сәк-сәк тотоп ҡаршыланы. Артабан лагерь хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән “Йәйләү һылыуҡайы” гүзәллек бәйгеһе тамашасылар хөкүменә тәҡдим ителде. Күңелле тамашанан һуң Ҙур Әбеш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминә Сәлихйән ҡыҙы мәктәп буйлап экскурсия тәҡдим итте. Ҙур Әбеш мәктәбен тамамлап, төрлө өлкәләрҙә юғары күрһәткестәргә ирешеүсе шәхестәр ҡунаҡтарҙа һ
...
Читать дальше »