Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2016 » Июнь » 9 » «Йәйләү» лагеры Ырымбур ҡунаҡтарын ҡаршыланы.
09:58
«Йәйләү» лагеры Ырымбур ҡунаҡтарын ҡаршыланы.

8 июнь көнө Хәйбулла районының Ҙур Әбеш мәктәбе базаһында ойошторолған «Йәйләү» лагеры Ырымбур өлкәһе Ҡыуандаҡ районы Сурай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5 уҡытыусыһынан торған делегацияны ҡаршыланы. Сара күрше өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә башҡарылды.

Ҡунаҡтарҙы милли кейем кейгән уҡыусылар милли ризыҡ - сәк-сәк тотоп ҡаршыланы. Артабан лагерь хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән “Йәйләү һылыуҡайы” гүзәллек бәйгеһе тамашасылар хөкүменә тәҡдим ителде. Күңелле тамашанан һуң Ҙур Әбеш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминә Сәлихйән ҡыҙы мәктәп буйлап экскурсия тәҡдим итте. Ҙур Әбеш мәктәбен тамамлап, төрлө өлкәләрҙә юғары күрһәткестәргә ирешеүсе шәхестәр ҡунаҡтарҙа һоҡланыу уятты.

Осрашыу түңәрәк өҫтәл артында дауам итте. Профилле лагеь башлығы Рәсимә Камил ҡыҙы Ибраһимова Сурай мәктәбе уҡытыусыларын лагерь эше менән таныштырып, һорауҙарға тулы яуап бирҙе. Лагерҙың ойошторолоу маҡсаты, эш режимы, тәрбиәүи эш барышы ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡорт дәүләт университеты филология кафедраһы доценты Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы Исҡужина башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән предмет олимпиадаһына әҙерлек буйынса аныҡ күрһәтмәләр бирҙе, ҡунаҡтарҙың ауылдашы педагогия фәндәре докторы Рафаил Ғәйнетдин улы Аҙнағоловтың ижады һәм тел ғилемендә тотҡан урыны менән таныштырып үтте. Журналистика кафедраһы доценты Нәйлә Әхмәдулла ҡыҙы Әхмәтйәнова журналистик һәләте булған уҡыусылар менән эште ойоштороу буйынса файҙалы күрһәтмәләр бирҙе, иҫтәлеккә БДУ логотибы төшөрөлгән авторучкалар бүләк итте.

Осрашыу аҙағында Сурай мәктәбе директоры Резеда Йәғәфәр ҡыҙы Абдырахманова үҙенең коллективы исеменән иҫтәлекле һәм файҙалы осрашыу өсөн мәғариф идаралығы начальнигы Юлай Дидар улы Сиражитдиновҡа, БДУ доценттарына  һәм лагерҙы ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен еткерҙе. Хәйбулла районы мәғариф идаралығы һәм Сурай мәктәбе коллективы араһындағы хезмәттәшлектең артабанғы йүнәлештәре билдәләнде.   

Просмотров: 572 | Добавил: ROO | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: