Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Июнь » 20 » Эстафета- "Көмөш йөҙөк" ташында
15:18
Эстафета- "Көмөш йөҙөк" ташында

Мәктәптәрҙә ойошторолған балаларҙың көндөҙгө ял үҙәктәрендә “Хәйбулланың аҙ билдәле урындары” эстафетаһы дауам итә. Әбүбәкер урта мәктәбенең «Йәйләү» көндөҙгө ял үҙәге «Көмөш йөҙөк» ташы тураһында видеофильм тәҡдим итә.

Көмөш йөҙөк ташы Яманғасы үҙәгенән ағып сыҡҡан шишмә юлын быуған ҙур таш ауылдан көнъяҡ-көнбайыш йүнәлештә 2,5 км тирәһе алыҫлыҡта ята. Борон ялан уртаһында көмөштәй ялтырап ятҡан ҙур ғына һыу ятҡылығы булған. Таш аша аҡҡан һыу, ваҡыт үтеү менән, уны йыуып икегә бүлеп аға башлаған. Легенда буйынса  борон был тирәлә халыҡ йәйләүҙә ятҡан. Һыулауҙары ошо шишмәнән булған. Бер ҡыҙ шишмәнән һыу алған ваҡытта егете бүләк иткән көмөш йөҙөктө ағыҙып ебәрә. Йөҙөгөн көн һайын килеп эҙләр булған. Шунлыҡтан халыҡ был ерҙе «Көмөш йөҙөк» тип йөрөтә башлаған. 

 Хәҙерге ваҡытта был күл ҡыр ҡоштарының төйәге. Балалар ҡыҙыҡһынып Көмөш йөҙөк ташының тирә яғын, үҫемлек донъяһын өйрәнде һәм уның тураһында башҡаларға ла мәғлүмәт еткереү маҡсатында видеофильм төшөрҙө.

Просмотров: 317 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: