Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Июнь » 20

Ғәлиәхмәт башланғыс мәктәбе  эргәһендәге көндөҙгө лагерҙа ял итеүсе балалар “Хәйбулланың аҙ билдәле урындары” эстафетаһы сиктәрендә"Ташый" ҡаяһына һәм Күк артыш ағасына экскурсияға барҙылар. Ул Хәйбулла районы Урыҫбай ауылы эргәһендә урынлашҡан. Эргәһендә генә Йылайыр йылғаһы ағып ята. Тауҙың башында Күк артыш үҫә, ағастың олоно ергә ятып ҙур бер ҡыуыш хасил иткән.  Һуңынан балалар  "Ташый ҡаяһына" барҙы. Был ҡая ауыҙын асып торған  арыҫландың башын хәтерләтә. Уның легендаһы ла бар, элек ошо ҡаяла ҡаҙаҡ кешеһе йәшенгән булған, шунан ҡалған да инде уның исеме "Таш өй(Ташый)" тигән. Был урын ауыл халҡының да, килгән ҡунаҡтарҙың да яратҡан урыны тип һанала.

... Читать дальше »

Просмотров: 316 | Добавил: ROO | Дата: 20.06.2018 | Комментарии (0)

Мәктәптәрҙә ойошторолған балаларҙың көндөҙгө ял үҙәктәрендә “Хәйбулланың аҙ билдәле урындары” эстафетаһы дауам итә. Әбүбәкер урта мәктәбенең «Йәйләү» көндөҙгө ял үҙәге «Көмөш йөҙөк» ташы тураһында видеофильм тәҡдим итә.

Көмөш йөҙөк ташы Яманғасы үҙәгенән ағып сыҡҡан шишмә юлын быуған ҙур таш ауылдан көнъяҡ-көнбайыш йүнәлештә 2,5 км тирәһе алыҫлыҡта ята. Борон ялан уртаһында көмөштәй ялтырап ятҡан ҙур ғына һыу ятҡылығы булған. Таш аша аҡҡан һыу, ваҡыт үтеү менән, уны йыуып икегә бүлеп аға башлаған. Легенда буйынса  борон был тирәлә халыҡ йәйләүҙә ятҡан. Һыулауҙары ошо шишмәнән булған. Бер ҡыҙ шишмәнән һыу алған ваҡытта егете бүләк иткән көмөш йөҙөктө ағыҙып ... Читать дальше »

Просмотров: 310 | Добавил: ROO | Дата: 20.06.2018 | Комментарии (0)