Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2022 » Март » 10 » “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” регион-ара конкурсына старт бирелде.
15:39
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” регион-ара конкурсына старт бирелде.

      Яҙҙың тәүге көндәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2022» регион – ара конкурсы старт алды. Республикабыҙҙа был конкурс 27-се тапҡыр уҙғарыла. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асҡан был конкурс иҫ киткес бай тарихлы. Быйылғы конкурста 69 уҡытыусы еңеүсе исеменә дәғүә итә. Районыбыҙҙың данын 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  - Йәнйегетова Ләйсән Зәкир ҡыҙы яҡлаясаҡ.

          Өс көн дауамында барған «Милли кейемде презентациялау» конкурс этабы артта ҡалды.  Ләйсән Зәкир ҡыҙы үҙебеҙҙең төбәккә генә хас булған милли кейемде презентацияланы, костюмдағы төрлө орнаменттарҙың, төҫтәр бирелешенең мәғәнәһен аңлатты.

         «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022» регион-ара конкурсының иң яуаплы этаптарының береһе – "Дәрес" һынауы башланды. Конкурс шарттары буйынса был этап «Берҙәм дәрес» форматында уҙа. Бәйгеселәргә уҡытыу программаһы нигеҙендә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, юбиляр яҙыусылар һәм шағирҙар ижадына бәйле темалар тәҡдим ителде. Әлбиттә, дәрес үткәреү – уҡытыусының көндәлек хеҙмәте. Шулайҙа, абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай дәрес биреү һәр кемгә лә еңел түгел.

11 март 1-се һанлы Акъяр урта мәктәбендә Р. Ғәриповтың «Әсәм ҡулдары» шиғырын өйрәнеү темаһына дәрес күрһәтәсәк Ләйсән Зәкир ҡыҙы райондың мәғариф системаһын лайыҡлы яҡтыртыуына ҙур ышаныс бағлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

        Алдағы көндә конкурсанттарҙы "Педагогик эшмәкәрлек", "Оҫталыҡ класы", "Ата-әсәләр менән әңгәмә", "", "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы менән пресс-конференцияһы" кеүек педагогик оҫталыҡ талап иткән ҡыҙыҡлы ижади конкурс этаптары көтә.

Просмотров: 133 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: