12:58 Район уҡытыусыһы – төбәк-ара бәйге ҡатнашыусыһы | |
Бүребай урта мәктәбенең баҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, муниципаль бәйге еңеүсеһе, Гәрәева Л.Р. төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018” конкурсында асыҡ дәрес күрһәтте. Конкурс дәресе Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһында 6 класында уҙҙы. Тематик планға ярашлы “Теркәүестәрҙең бүленеше” темаһытәҡдим ителде. Класта уҡыусылар бөтәһе лә тиерлек башҡортса матур һөйләшәләр. Дәрестең һәр этабында ла актив ҡатнашып ултырҙылар, бер-береһенә ҡарата ярҙамсыл, яҡшы ҡарашта булдылар. Дәрестә интерактив таҡта менән эшләү, дәрес темаһына ярашлы күргәҙмәлелек тә урынлы ҡулланылды. Эш төрҙәренән индивидуаль эшләү, парлап, төркөмләп эшләү ойошторолдо. Конкурс дәресен абруйлы жюри ағзалары Фирҙәүес Хисаметдинова, Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Фәнзил Саньяров, Әхәт Илмөхәмәтов,Рәйсә Күзбәкова баһаланы. 25 марта конкурсант һәм уны оҙатыусы ижади төркөм бәйгенең икенсе этабы сиктәрендә уҙасаҡ “Эссе”, “Оҫталыҡ класы”, “Мәғариф проекты” һәм “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыу өсөн юлға сығасаҡ. Уларға райондың мәғариф системаһын лайыҡлы яҡтыртыуҙарына ҙур ышаныс бағлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ. Хөрмәтле коллегалар, яҡташтар, һеҙҙе 29-сы һәм 30-сы мартта “Бәләнештә”социаль селтәренең Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының рәсми битендәге “Тамашасылар һөйөүе призы” номинацияһы өсөн онлайн-тауыш биреүҙә беҙҙең бәйгеселәрҙе хупларға саҡырабыҙ. | |
|
Всего комментариев: 0 | |