Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Ноябрь » 2 » ПроеКТОриЯла - Мәмбәт урта мәктәбе
14:29
ПроеКТОриЯла - Мәмбәт урта мәктәбе

ПроеКТОриЯ – балаларға профессиональ йүнәлеш биреү буйынса кәрәкле һәм етди сайт. Унда уҡыусылар онлайн-дәрестәр, мастер-класстар, төрлө конкурстар, уйындар ҡарай алалар. Проект эштәре уҡыусыларға профессия һайлағанда ҙур ярҙам булып тора.

ПроеКТОриЯ 26 октябрҙан алып 30 октябрға тиклем дауам итте. Мәмбәт урта мәктәбе лә ошо сайтта үткәрелгән онлайн-дәрестәрҙе ҡарауҙа әүҙем ҡатнашты. Был дәрестәрҙе уҡыусылар өйҙән дә, санитар талаптарҙы үтәп мәктәптә лә ҡараны. Онлайн-дәрестәр барыһына ла бик оҡшаны. 9 класс уҡыусыларына бигерәк тә  «Профессии   будущего – как, где и чему учиться уже сейчас», 6 класс уҡыусыларына «Фармацевтика: в поисках решения» темаһына үткән дәрестәр оҡшаны. «Читай, пиши, говори: как скучные дела помогут тебе быть крутым» тигән дәресте бөтәһе лә ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Был дәрестә балалар нисек кешеләр менән күберәк аралашырға, үҙеңдең күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнергә кәрәклеген аңланылар. Был эштәрҙе ойоштороуҙа уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Каипова Э.Ф., математика уҡытыусыһы Мәмбәтова Н.С., биология уҡытыусыһы Түләшева Л.Я., башҡорт теле һәм әҙәби уҡытыусыһы Мәмбәтова Г.С. ярҙамға килде.

Уҡыусылар был онлайн-дәрестәрҙе ҡарағас, киләсәктә үҙҙәренә кәрәкле булған мәғлүмәттәр тупланы, тормошта дөрөҫ юл һайларға өйрәнделәр.

  

Просмотров: 163 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: