07:01 Мирсәйет Юнысов менән осрашыуҙар үтте | |
Республикабыҙҙа башҡорт телендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән “Йәншишмә” гәзите йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Гәзит балаларҙың тормошон төрлө яҡлап яҡтыртып, кескәйҙәргә ижади ҡанаттар үҫтереүсе мәғлүмәт сараһы ул. Аҡъяр ауылының “Йәйғор”, “Шатлыҡ”, “Бәпембә” балалар баҡсалаларында гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов менән осрашыуҙар үтте. Мирсәйет Ғүмәр улы гәзиттең хәл-торошо менән таныштырҙы, балалар баҡсаларының тормошо менән ҡыҙыҡһынды, бергәләп эшләргә саҡырҙы. Балалар баҡсалары педагогтары “Йәншишмә” гәзите ойошторған “Изгелек” акцияһына ҙур теләк менән ҡушылдылар. | |
|
Всего комментариев: 0 | |