08:17 “Йәйләү” республика онлайн-профилле сменаһы мауыҡтырғыс уҙа. | |
20 йылдан ашыу тарихы булған республика “Йәйләү” профилле сменаһы быйыл да уҡыу алдынғыларын, башкорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән республика олимпиадаһы һәм төрлө конкурстар еңеүселәрен, призерҙарын йыйҙы. Ойоштороусылар короновирусҡа бәйле килеп тыуған киҫкен хәл шарттарында ла “Йәйләү” лагеры ҡатнашыусылары һанын арттырыуға өлгәште. Сөнки смена быйыл онлайн форматта үтә. Шуның өсөн унда Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы региондарынан, хатта сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар бар. 12 авгусҡа тиклем дауам итәсәк сменаның эш программаһы бик мауыҡтырғыс: смена ҡатнашыусыларын төрлө интеллектуаль конкурстар, викториналар, милли мәҙәниәт буйынса мастер-кластар, билдәле сәхнә әһелдәре, күренекле шағирҙар, яҙыусылар, популяр артистар менән онлайн-осрашыуҙар көтә. Беҙҙең район уҡыусылары лагерҙың тәүге көндәренән үк төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Мәҫәлән, Подольск урта мәктәбе уҡыусылары Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы буйынса арналған конкурстарҙа призлы урындар яулап, ҡиммәтле бүләктәргә эйә булдылар. Райондың Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен тағы ла тулыраҡ итеп өйрәнергә теләгән әүҙем уҡыусыларын Интернет селтәрендәге “Йәйләү” онлайн сменаһы битенә теркәлергә саҡырабыҙ. | |
|
Всего комментариев: 0 | |