Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Апрель » 9 » Дистанцион белем биреү
14:53
Дистанцион белем биреү

Әбеш урта мәктәбе уҡытыусылары  үҙҙәренең дистанцион белем биреү буйынса быға тиклем булған тәжрибәләрен үткән бер аҙна эсендә камиллаштырҙылар. Был йәһәттән улар Хәйбулла районы мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты тарафынан үткәрелгән төрлө видеоконференцияларҙа ҡатнаштылар, методик күрһәтмәләр менән таныштылар.

Әбеш урта мәктәбенең 1 һәм 3 кластарында  барлығы 13 бала белем ала. Уларҙың мөмкинлектәренә ҡарап, ун уҡыусы менән zoom программаһын ҡулланып онлайн-дәрестәр үткәрәләр. Санитар талаптарға ярашлы был кластарҙа онлайн-дәрестәр һаны көнөнә икенән артырға тейеш түгел. Ҡалған дәрестәр буйынса электрон кейстар ебәрелә. Балалар биремдәрҙе үтәп, фотоға төшөрөп йәки эштәрҙе туранан-тура уҡытыусыларға бәйләнеш селтәре аша, йә ватсаптан ебәрәләр. Учи. ру сайтында  ҡайһы бер өйгә эштәрҙе  башҡаралар. 3 уҡыусы  ҡағыҙ кейс-технологиялар ҡуллана. Ҡағыҙ кейстар менән эшләүсе бер укыусы  беренсе класта уҡый, уға БСТ каналынан  өҫтәп видеодәрестәр ҡарарға тәҡдим ителә. Дистанцион уҡыу ваҡытында ата-әсәләрҙән бигерәк тә ҙур яуаплылыҡ талап ителә.

Просмотров: 439 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: