10:30 Башҡорт теленән республика олимпиадаһына әҙерлек бара. | |
Яңы йылдың тәүге эш көндәрендә – 9 – 11 ғинуарҙа Өфө ҡалаһында туған башҡорт теле ҡәм әҙәбиәтенән, дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадаһының республика этабы уҙа. Был мәртәбәле бәйгелә республиканан һәм сиктәш өлкәләрҙән 388 уҡыусы ҡатнаша. Беҙҙең район данын Әбүбәкер, Йәнтеш, Сиҙәм, Степной, 2-се һанлы Аҡъяр, Яңы Ергән һәм Татыр-Үҙәк мәктәптәренән 8-11 кластарҙа белем алыусы 10 уҡыусы яҡлаясаҡ. Ҡатнашыусыларға, олимпиада үткәрелеү тәртибенә ярашлы, 3 турҙа һынау тоторға тура киләсәк. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр беренсе турҙа бирелгән темаларҙың береһенә инша яҙыу ойошторола, артабан уҡыу программаһына ярашлы викторина һорауҙарына яуап биреп, 3-сө турҙа тиҫтерҙәренең береһе менән диалог ҡороу бурысы йөкмәтелгән. Башҡорт дәүләт теленән төп иғтибар уҡыусыларҙың һөйләү телмәренең кимәлен тикшереүгә йүнәлтелә, диалог ҡороу ойошторола, шулай уҡ был категория ҡатнашыусыларына викторина һорауҙарына яуап бирергә тура киләсәк. Каникулдар ваҡытында беҙҙең бәйгеселәр уҡытыусылары менән олимпиадаға етди әҙерлек эштәре алып баралар. Уларға уңыштар теләйбеҙ. | |
|
Всего комментариев: 0 | |