Райондың Татыр-Үҙәк, Һамар, Маҡан, Сиҙәм һәм 1-се һанлы Аҡъяр аылы мәктәптәренән 8, 9, 11 кластарынан 5 уҡыусы район намыҫын Башҡорт теле һәм эҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиадаһында яҡлайҙар. Программаға ярашлы 21 ғинуарҙа Олимпиаданың беренсе көнө уҙҙы. Был көндә Олимпиаданы тантаналы асыуҙан һуң 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөнсө турҙа белемдәрен һынаны, йәғни башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаштылар, диалог төҙөнөләр. Ә 11 класс уҡыусылары тест һорауҙарына яуап биреп, текст буйынса эш башҡарып, 1-се һәм 2-се турҙың биремдәрен үтәне. Киске сәғәттәрҙә улар өсөн Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультеты Асыҡ ишектәр көнө тәҡдим итә.
...
Читать дальше »