Яңы йылдың тәүге эш көндәрендә – 9 – 11 ғинуарҙа Өфө ҡалаһында туған башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән төбәк-ара олимпиаданың республика этабы уҙа. Был мәртәбәле бәйгелә республиканан һәм сиктәш өлкәләрҙән 466 уҡыусы ҡатнаша. Беҙҙең район данын Әбүбәкер, Йәнтеш, Сиҙәм, Степной, 1-се һәм 2-се һанлы Аҡъяр, Һамар, Өфө, Маҡан һәм Татыр-Үҙәк мәктәптәренән 8-11 кластарҙа белем алыусы 15 уҡыусы яҡлаясаҡ. Ҡатнашыусыларға, олимпиада үткәрелеү тәртибенә ярашлы, 3 турҙа һынау тоторға тура киләсәк. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр беренсе турҙа бирелгән темаларҙың береһенә инша яҙыу ойошторола, артабан уҡыу программаһына ярашлы викторина һорауҙарына яуап биреп, 3-сө турҙа башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһен киңәйтеүгә, башҡорт телендә аралашыуҙы заманса һәм модалы итеүгә йүнәлтелә
...
Читать дальше »