Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2016 » Май » 4 » Ырымбур өлкәһенең Гай районы мәктәптәре менән хеҙмәттәшлек дауам итә.
08:21
Ырымбур өлкәһенең Гай районы мәктәптәре менән хеҙмәттәшлек дауам итә.

29 апрель Хәйбулла районы делегацияһы һәм Гай районы Ишбирҙе мәктәбенең уҡытыусылары араһында эшлекле осрашыу үтте.  Сит өлкәлә йәшәгән милләттәштеребеҙ менән осрашып, уларҙың ниндәй уйҙар, маҡсаттар менән йәшәүен, балаларҙың ниндәй рухта тәрбиәләнеүен,туған телдең, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең һаҡланыу- һаҡланмауын асыҡлау маҡсатында фекер алышыу булды.Осрашыу ваҡытында түңәрәк өҫтәл артында Хәйбулла районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә  етәксеһе Тулибаева Р.И. бөгөнгө көндә яңы быуын стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт телен уҡытыу проблемаларына туҡталды. Һамар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бадретдинова Р.Ш. рус мәктәптәрендә башҡорт теле буйынса  эш программалары менән таныштырҙы.Әбүбәкер мәктәбе уҡытыусыһы Билалова З.Х. яңы технлогиялар  ҡулланып башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре  үткәреү тураһында, Өфө мәктәбе уҡытыусыһы Юланова Д.Р. электрон белем биреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр.Район мәғариф бүлеге методисы Крымгужина Д.Х. Хәйбулла районы тураһында презентация менән сығыш яһаны.Ишбирҙе мәктәбе уҡытыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.Быға яуап итеп Ишбирҙе мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Р.Х. Әминева ауылдың тарихы менән таныштырҙы. Асыҡланыуынса, уларҙың шәжәрә сылбыры Хәйбулла районының Акъюл һәм Арыҫланғол ауылдарына барып тоташа икән.Беҙҙең делегация мәктәп өсөн төрлө методик ҡулланмалар, дискылар,электрон дәреслектәр бүләк итте.Киләсәктә эшлекле хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында эш планы ҡаралды.Эшлекле осрашыу шул тиклем тәьҫораттлы булыуын Рәзилә Шәрифуллина шиғыр юлдарына һалып уҡып ишеттерҙе.Киләсәккә Хәйбулла һәм Гай райондарының  мәктәптәре араһында дуҫлыҡ күпере һалынды.

 

 

 

Просмотров: 484 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: