Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Апрель » 14 » Ырымбур өлкәһе Гай районы Ишберҙе мәктәбендә осрашыу
15:29
Ырымбур өлкәһе Гай районы Ишберҙе мәктәбендә осрашыу

13 апрель көнө  Хәйбулла районы 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусылары, уҡыусыларынан торған делегацияһы һәм Ырымбур өлкәһе Гай районы Ишберҙе мәктәбенең уҡытыусылары, уҡыусылары  араһында осрашыу  булып үтте. Сара сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән хеҙмәттәшлек планы сиктәрендә ойошторолдо.

Хужалар ҡунаҡтарҙы  ихлас ҡаршы алды. Уларҙың яҡты йөҙө, йылы һүҙҙәре ҡунаҡтарҙың  күңеленә хуш килде.

Осрашыуҙың тәүге өлөшөндә 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең балалары сығыш яһаны. 3в класы уҡыусыһы  Кәримова А. “Балалар китапханаһы нимә тураһында һөйләй ала” проектын сарала ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. 4в класынан Дауытова А. “Хәйбулла районы ял итеү зоналарының тәбиғәтте һаҡлауҙағы роле” исемле эҙләнеү эше  лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. 5а класы уҡыусылары Муллабаева К. һәм Йәнтурина И. пластилиндан мультфильмдар эшләү  серҙәренә төшөндөрһәләр, 4б класынан Ҡырғыҙбаев Ғ.  үҙенең  “Таштуғайым -мөғжизәм” исемле видеофильмын презентацияланы. Бәләкәй йырсы, 3в класы  уҡыусыһы Айытҡолова З., башҡорт композиторҙарының балалар өсөн ижад ителгән йырҙарын оҫта башҡарыуы тыңлаусыларҙы таң ҡалдырҙы.

        Артабан уҡыусыларға  Дауытова А. квиллинг буйынса оҫталыҡ класы  күрһәтте.  Балалар күмәкләп ҡағыҙ таҫмаларҙан сәскәләр эшләп кинәнделәр.

Уҡытыусылар, иһә, түңәрәк өҫтәл артында эшлекле һөйләшеүҙе дауам итте. Ишберҙе мәктәбе мөдире Ҡужашева Рәфидә Рәшит ҡыҙы мәктәптең уҡытыу-тәрбиә  торошо менән таныштырҙы, пландары менән уртаҡлашты.

Таулыҡаева К.Ғ. хужаларға Хәйбулла районы мәғариф идаралығы етәксеһе Ю.Д.Сиражитдиновтың сәләмен еткереп, 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең “Башҡорт мәктәптәре башланғыс класс уҡыусыларының информацион-коммуникатив комптетентлыҡтарын формалаштырыу” темаһына республика  селтәр-инновацион майҙансығының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе. Г.Р. Ҡужина “Исемдәр донъяһында”, В.С. Йәрбулова “Дәрестәр һәм кластан тыш саралар үткәреүҙә мультфильмдар ҡулланыу”, Л.Ф. Фәйзуллина “Уҡыусыларҙың информацион-коммуникатив компетентлыҡтарын  формалаштырыуҙа  кластан  тыш  сараларҙың  әһәмиәте”, М.Х. Ҡоломбәтова “Кластан тыш саралар үткәреүҙә ерле материалды ҡулланыу” темаларына үҙҙәренең эш тәжрибәләренән сығып ҡоролған оҫталыҡ кластары күрһәттеләр.

Делегация етәксеһе Таулыҡаева К. Ғ.  Ишберҙе мәктәбенә  башҡорт телендәге  китаптар тапшырҙы.

Осрашыу аҙағында киләсәктә лә ике мәктәп араһында эшлекле хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итеү маҡсатында эш планы ҡаралды. Хәйбулла һәм Гай  райондарының мәктәптәре араһындағы  дуҫлыҡ  күпере  нығынып, балалар күңелдәренә лә  теләктәшлек, туғанлыҡ  орлоҡтары һалынды.

1-се Аҡъяр урта мәктәбе делегацияһы Хәйбулла районы  мәғариф идаралығы һәм Ҡоролтайы  маҡсатын намыҫ менән үтәп, 19 апрелдә үтәсәк конференцияға саҡырып ҡайттылар.

 

 

Просмотров: 366 | Добавил: ROO | Рейтинг: 4.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: