Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2013 » Июль » 8 » “Урал батыр” бәйгеһе башҡорт ерендә.
12:09
“Урал батыр” бәйгеһе башҡорт ерендә.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы башлаған күркәм сара – "Урал батыр” эпосын башҡарыусы балалар конкурсы мәшһүр ҡобайырҙы өйрәнеүселәрҙе быйыл көньяҡ Уралдың йөҙөк ҡашы – Баймаҡ ерендә осраштырҙы. Төбәк халҡы үҙенең яратҡан сәсәндәре исемен күп кенә йырҙарҙа мәңгеләштергән: "Буранбай”, "Сибай”, "Байыҡ” һ.б. Бәйге барышында өс көн буйына икешәр тирмә һәр бер мәктәп алмашлап ҡороп, Ғәбит Арғылбаев, Хәмит Әлмөхәмәтов, Шәйәхмәт Сибаев, Буранбай сәсән һәм башҡаларҙың ижады, тормош юлы менән таныштырҙы, йәш сәсндәрҙе тирмә түренә саҡырып ихлас ҡунаҡ итте.
Баймаҡ халҡы милли рухты, тыуған телде, башҡорт моңон һаҡлаған сәсәндәре, йыраусылары менән сикһеҙ ғорурлана.
Хәйбулла районы командаһында Әбүбәкер мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Әлибаев Фәрүәз, Аҡъяр ауылы 1-се һанлы мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Ибраһимова Розалиә, Йәнтеш мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Моталова Айзилә, Өфө мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Шәйәхмәтов Ильнур ҡатнашты.
"Урал батыр” эпосы буйынса үткәрелгән викторина бәйнеһендә Моталова Айзилә Мәғариф Министрлығы маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
Әлибаев Фәрүәз апайы Әлиәнән күреп, балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан уҡ эпосты ятлай башлаған. Быйыл Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыған апайы менән икәүләшеп икеһе лә 2 урынға лайыҡ булдылар. Улар Мәғариф Министрлығынан маҡтау ҡағыҙына һәм сертификатҡа лайыҡ булдылар.

Просмотров: 991 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 1
1 Тракторист  
0
Хаталар куп: "сасандареНЕН исемен" була,
Габит АргыЛбаев тугел, АргыНбаев.
апайы тугел апаhы

Имя *:
Email *:
Код *: