Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Май » 8 » Уҡыусы-яҙыусылар һәм мөхәррирҙәр хеҙмәттәшлеге
08:33
Уҡыусы-яҙыусылар һәм мөхәррирҙәр хеҙмәттәшлеге

24 апрель көндө БДУ – ның Стәрлетамаҡ филиалында Республиканың йәш яҙыусылар семинары үткәрелде. Сара уҡыу йортоноң төп корпусында пленар ултырыш менән башланды. Байрамды филология фәндәре кандидаты, доцент, башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире Р. Х. Фәтҡуллина асып арҙаҡлы ҡунаҡтар: күренекле яҙыусы, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире -  М. С.Ҡунафин; күренекле шағирә, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты, “Башҡортостан гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире – Абдуллина Л. Х.; Башкортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Ашҡаҙар” ҡала гәзитенең баш мөхәррире – Г.Ә. Дәүләтйәрова һүҙ алды. Улар ижади эштең яҙылыу методикаһы тураһында һөйләнеләр. Күренекле яҙыусыларҙың  ялҡынлы сығыштары йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә дәрт өҫтәр, моғайын.

 Конкурсҡа бөтәһе республика буйынса 70 эш ебәрелгән булған, шуларҙың иң яҡшыһы тип 50 – һе һайлап алынған. Пленар ултырышта башҡорт филологияһы факультетының “Ашҡаҙар” әҙәби – ижад түңәрәге  ағзаларының  “Ашҡаҙарҙың йырлы ағышы” китабының презентацияһы үткәрелде. Артабан эш семинарҙың программаһы буйынса поэзия, проза, публицистика секция ултырыштарында дауам итте. Һәр секция үҙҙәренең ижад төрөнә анализ яһап, проблемалары тураһында фекер алыштылар. Уҡыусылар үҙҙәре лә ижади эшкә тотоноуға ниндәй этәргес булыуы тураһында ла тартынмай һөйләп бирҙеләр.  

Беҙҙең райондың Мәмбәт урта мәктәбенән 10 класс уҡыусыһы Ҡыуандыҡов Ҡадирҙың «Ҡартатайымдан ҡалған ҡомартҡы» исемле иншаһы II урынға, Һамар урта мәктәбенән 10 класс уҡыусыһы Исмәғилева Айгизәнең «Мәңгелек йөрәктә, һәр ваҡыт хәтерҙә» исемле публицистик иншаһы III урынға , Татыр – Үҙәк мәктәбенән 10 класс  уҡыусылары Айҙашева Таңсулпан III урынға һәм Баймырҙина Розалия “Иң оригиналь идея өсөн» номинацияһына лайыҡ булдылар.

 

Просмотров: 425 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: