Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2016 » Февраль » 8 » Төбәк-ара бәйгеселәр өсөн семинар.
15:31
Төбәк-ара бәйгеселәр өсөн семинар.

4 февралдә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында Регион-ара ”Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2016” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн семинар үткәрелде. Мәртәбәле семинарҙа Хәйбулла районынан конкурстың муниципаль этабында еңеүсе, Сиҙәм урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Фәйзуллина Рәйлә Әхиәр ҡыҙы ҡатнашты.

Семинарҙы Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығының милли мәғариф, региондар менән хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Ғиниәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова, Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығының республика уҡыу-уҡытыу-фәнни үҙәгенең директор урынбаҫары Юлмөхәмәтов Миңдейәр Бәхтейәр улы алып барҙылар. Улар конкурстарға ҡатнашыусы уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында быйылғы конкурстың һәр этабына, һәр эштәренә айырым туҡталып, талаптар менән таныштырҙылар, кәңәштәрен бирҙеләр, теләктәрен әйтеп киттеләр. Был семинарға үткән йылғы конкурс еңеүсеһе һәм лауреаттары саҡырылған ине, улар оҫталыҡ кластары үткәрҙеләр. Фәһемле осрашыуҙа район-ҡалаларҙан ҡырҡтан ашыу уҡытыусы ҡатнаштып,  алда торған бәйгелә уңышлы сығыш яһыу өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәткә эйә булды.

 

 

Просмотров: 428 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: