Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Август » 13 » Стратегик сессияла милли мәғариф үҫеше ҡараласаҡ
06:29
Стратегик сессияла милли мәғариф үҫеше ҡараласаҡ

15 августа Р.Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Республика гимназия-интернат Дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһында милли мәғариф үҫеше” темаһы аҫтында стратегик сессия үтәсәк. Сессияла республиканың дәүләт һәм муниципаль бюджет белем биреү ойошмалары етәкселәре, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеге начальнигы һәм белгестәре, юғары уҡыу йорттары, фәнни учреждениелар ғалимдары ҡатнашыуы күҙаллана.

“Донъяуи кафе” форматындағы дискуссия майҙансығында 100-ҙән ашыу кеше иҫәбендә район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Бикбаев Ғ.Ғ. ҡатнаша. Осрашыуҙа республикала милли мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләр ҡараласаҡ, туған тел уҡытыуҙа яңы методтар тәҡдим ителеп, системалаштыраласаҡ. Сара сиктәрендә ғалимдарҙың һәм уҡытыусыларҙың инновацион методик эшкәртмәләре менән ташышыу ҡаралған.

 

Просмотров: 251 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: