Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Февраль » 24 » Шағир ижадын һөйөүселәрҙең эштәренә һөҙөмтәләр яһалды.
15:16
Шағир ижадын һөйөүселәрҙең эштәренә һөҙөмтәләр яһалды.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм башҡорт  һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы тарафынан  2014 йылдың 25 февраленән 25 июнгә тиклем Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған методик эшкәртмәләр конкурсы иғлан ителгән ине.

Бөтә республика буйынса жанры яғынан төрлө 200-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән: дәрестәр, дәрестән тыш саралар, викториналар, тестар һәм башҡа төр эштәр.

Конкурс һөҙөмтәләре  2015 йылдың 6 февралендә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм башҡорт  һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы ойошторған семинарҙа иғлан ителде. Семинар сиктәрендә лекциялар һәм практик дәрестәр үткәрелде. Мостай Кәримдең юбилейына арналған “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” исемле методик эшкәртмәләр йыйынтығының презентацияһы үтте. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының билдәле шиғирҙары һәм яҙыусылары менән осрашыу ойошторолған ине. Осрашыуҙа  Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы ҡатнашты.

Беҙҙең Хәйбулла районынан семинарға биш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары саҡырылған ине. Ивановка мәктәбенән Моратова Гөлшат Хәжиәхмәт ҡыҙы, Сиҙәм мәктәбенән Фәйзуллина Рәйлә Әхиәр ҡыҙы, Подольск мәктәбенән Ғәлиуллина Раушания Әхмәр ҡыҙы, 1-се Аҡъяр мәктәбенән Исҡужина Дилбәр Абрар ҡыҙы, Әбүбәкер мәктәбенән Сынбулатова Рәйлә Һибәтулла ҡыҙы.

Шулай итеп конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ивановка ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Моратова Гөлшат Хәжиәхмәт ҡыҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған методик эшкәртмәләр конкурсының  “Иң яҡшы дәрес өлгөһө”  номинацияһында 2 урынды яулап Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбе уҡытыусыһы Исҡужина Дилбәр Абрар ҡыҙы методик эшкәртмәләр конкурсында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Өҫтәмә профессиональ белем биреү дәүләт автономиялы Мәғариф учреждениеһы Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү Институтының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

 

Просмотров: 624 | Добавил: ROO | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: