Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Июль » 20 » Сәсән һүҙе – нур сәсә!
10:27
Сәсән һүҙе – нур сәсә!

          16 июль көндө Һаҡмар – Наҙарғол ауылы эргәһенең  йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында районыбыҙҙың арҙаҡлы сәсәндәре Мөхәмәтйәнн Ҡаҙаҡбаев һәм Әсмә Усмановаларҙың  призына “Сәсән һүҙе – нур сәсә” төбәк – ара сәсәндәр бәйгеһе үткәрелде.

          Бында тарихты һәм крайҙы өйрәнеү  музейы хеҙмәткәре Рәзилә Фазулла ҡыҙы тарфынан “Башҡорттоң рухи донъяһының аҫыл заттары” исемле күсмә күргәҙмә ойошторолдо. “Ҡош юлы” фольклор ансамбле сығышынан һуң сәсәнебеҙ М.Ҡаҙаҡбаев мөннәжәтенең яҙмаһы тыңланылды. Ә . Усманованың ҡыҙы Рәзилә Туғыҙбаева был матур һәм кәрәкле сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, әсәһең үҙ ҡулдары менән теккән башҡорт милли күлдәктәрен  бүләк итте. Шундай уҡ рәхмәт һүҙҙәре менән М. Ҡаҙаҡбаевтың ейәнсәре Шәүрә Ғәппәсова ла сығыш яһаны.  Булат Йосоповтың “Бабич” фильмында төп ролде башҡарыусы, сара ҡунағы, Илгиз Таһиров Ш. Бабич шиғырҙарын һөйләне.

           Конкурста Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан, Сибай Һәм Орск ҡалаларынан  7 йәштән алып 40 – лап ҡатнашыусы булды.  

          Жюриҙа Республикабыҙҙың хөрмәтле кешеләре:  Юлай Ғәйнетдинов -  «Хазина» тапшырыуының авторы, алып барыусыһы; Әхмәр Утәбай – яҙыусы,  журналист; Ишемғолова Миңзифа – район мәҙәниәт йорто методисы, «Ҡош юлы» фольклор коллективы етәксеһе; Азаматова Мәрфүғә Хужәхмәт ҡыҙы – мәғариф отличигы, уҡытыусы – пенсионер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙаған укытыусыһы; Солтанморатов Ильгиз – Башҡортостанн Республикаһының Фәндәр Академияһы директоры урынбаҫары булды.  

          Призды урындарҙы яуланылар:

 Гран – при - Камил Илембәтов,

Уҡыусылар араһынан 1 урынға Байгилдин Искәндәр(Бәләкәй Арыҫланғол), Билалов Батырхан (Әбүбәкер) лайыҡ булдылар.

1 урын - Фатима Айытҡолова, Илдар Юнысов.

Район уҡыусыларынан 2 урынды Шәрипова Гөлсәсәк, Кускилдина Динә (Бәләкәй Арыҫланғол) яуланылар.

Оло бәйгеселәрҙән 2 урынды Ибраһимова Ғәлиә, Арыҫланова Фәниә, Ишемғолова Рәүилә, Йәнсурина Гөлнур, Байтимер Аралбаев, Йәнтеш ағинәйҙәре бүлештеләр.

3 урын - Биишева Диана (Мәмбәт урта мәктәбе), Ибрагимова Розалия (Аҡъяр 1-се һанлы урта мәктәбе).

Оло бәйгеселәр араһынан 3 урын - Хәләфетдинова Гөлфиә, Хәләфетдинова Сафия, Кыҙрасова Нәзифә, Мөрсәлимова Гәлиәбаныу, Аҡҡошова Мизара, Коносбаева Хәмиҙа, Кыҙрасова Тәнзилә.

        Сара бик кәрәкле, фәһемле, тәрбиәүи булды. Киләсәктә был бәйгене республика кимәлендә үткәрергә тигән тәҡдим яһалды.

Просмотров: 489 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: