Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Декабрь » 12 » Республика инновацион селтәр майҙансығы фестивале – Хәйбулла мәктәптәрендә.
08:56
Республика инновацион селтәр майҙансығы фестивале – Хәйбулла мәктәптәрендә.

8 декабрь көнө 1- се Аҡъяр урта мәктәбендә «Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙың  информацион-коммуникатив  компетентлыҡтарын формалаштырыу» исемле  республика селтәр инновацион майҙансығының фестивале уҙғарылды. 

Сарала майҙансыҡ етәксеһе, Башҡортостан  Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Нафикова, район мәғариф бүлеге методисы Бикбаев Ғәни Ғәли улы, майҙансыҡ ағзалары,   Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы,  Ейәнсура районы Биштирәк башланғыс мәктәбе уҡытыусылары ҡатнашты.

Фестивалдең беренсе өлөшөндә мәктәбебеҙҙең 4 класс уҡытыусылары Тормотаева Г.С., Әхмәтова А.Р. әҙәби уҡыу һәм башҡорт теле фәндәренән заманса яңы технологияларға нигеҙләнеп, заман талаптарына ярашлы асыҡ дәрестәр күрһәтте.  Уҡыусыларҙың  әүҙем, телмәрҙәре камил, төҙөк булыуын, информацион – коммуникатив сараларҙы  оҫта ҡулланыуҙарын күрҙе уҡытыусылар. 

Артабан сарала   төрлө фәнни эҙләнеүҙәр, проект эштәременән  район, республика  кимәлендә сығыш яһап призлы урындар яулаусы  башланғыс класс уҡыусылары сығыш яһаны.  Фестивалдә ҡатнашыусылар мәктәп уҡыусыларының сығыштарын ихлас ҡабул иттеләр. “Таштуғайым - мөғжизәм” исемле фильм ҡарап, буласаҡ режиссерға уңыштар теләнеләр.

Информацион-коммуникатив технологияларға бәйле оҫталыҡ дәрестәрендә  (Йәрбулова В.С. - «Прези һәм Гугл-диск форматында презентациялар эшләүҙә болот технологияларын ҡулланыу», Ҡужина Г.Р.- «Болот технологияһын онлайн-тестар эшләүҙә ҡулланыу», Өфө ҡунағы   Кәлиева А.А. - «Ағиҙел Өфө ҡалаһы буйлап квест - сәйәхәт»)  тыңлаусылар  был технологияларҙа эшләргә өйрәнделәр.

Фестивалдә уҡыусыларыбыҙҙың ата – әсәләре  лә ихлас  ҡатнашты. Венер Марс улы Салауатов  ҡурайҙа уйнап, моңло йырҙары менән ҡунҡтарҙы һоҡландырһа, Томаншин Шамил Тимербулат улы, Алсу Әхмәт ҡыҙы Юлдашбаева бейеүҙәре менән таң ҡалдырҙы. Коллегабыҙ Люциә Фазылйән ҡыҙы Фәйзуллина барыһын да  үҙенең йырҙары менән  әсир итте.

Фестивалдең  икенсе өлөшө мәктәбебеҙ филиалы Сәғит башланғыс мәктәбендә дауам итте. 2,4 кластарҙа Нафикова З.З. әҙәби уҡыу дәресен күрһәтте. Уҡытыусы 2 класс  менән дә оҫта идара итә, дәрестең һәр минуты  белем, тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар ноутбук менән дә эш итәләр, презентациялар әҙерләйҙәр, үҙ аллы, төркөмләп тә эшләйҙәр.

Артабан    уҡытыусыларыбыҙ ҡунаҡтар менән эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙы дауам иттеләр. Йәнтурина Н. Ш.  («Дәрестәрҙә һәм кластан тыш саралар үткәреүҙә  мультфильмдар ҡулланыу»),  Байбулатова И.Д. («Уҡыусыларҙың  аң- даирәһен  формалаштырыуҙа  документ - камера ҡулланыуҙың мөмкинселектәре»),  Селәүсәнова Н.Т.         («Экологик тәрбиә аша башланғыс  класс  уҡысыларының  ИКТ – компетентлыҡтарын формалаштырыу»), Ҡоломбәтова М.Х.    («Кластан тыш саралар үткәреүҙә ерле материалды ҡулланыу»),  Абдуллина С.З.  («Информацион - коммуникатив технологиялар  ярҙамында башҡорт  теле һәм әҙәби уҡыу дәрестәрендә  телмәр үҫтереү»), Сынбулатова З.Ө. («Аҙ комплеклы мәктәптәрҙә заманса технологиялар ҡулланып башҡорт теле нигеҙендә инглиз телен өйрәнеү») сығыштары бөтәһе өсөн дә файҙалы булды.

Түңәрәк  өҫтәл артындағы эшлекле һөйләшеүҙә  фестивалдә ҡатнашыусылар атҡарылған  эштәргә йомғаҡ яһанылар,  артабанғы эште планлаштырҙылар,  майҙансыҡ етәксеһе Нафикова З.Ғ.  кәңәштәрен,мәктәп директоры Юнысов А.У. сығышын  тыңланылар. Барыһы тарафынан да фестиваль юғары баһа алды.

Район мәғариф бүлеге начальнигы  Юлай  Дидар улы Сиражитдиновтың фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләүе, селтәр инновацион майҙансығы эше барышы менән хәбәрҙар булыуы, уҡытыусыларға эшлекле тәҡдимдәр, кәңәштәр биреүе  сараға мәртәбә өҫтәне.

Просмотров: 479 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: