Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Февраль » 13 » Райондың туған тел уҡытыусыһы – республика ижади бәйгеһе номинанты!
15:21
Райондың туған тел уҡытыусыһы – республика ижади бәйгеһе номинанты!

      «Башҡортостан уҡытыусыһы” ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик журналы 2018 йыл дауамында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған байрам саралары сиктәрендә “М.Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” исемле әҙәби ижад конкурсы уҙғарҙы. Был мәртәбәле бәйгелә Башҡортостан Республикаһы ҡалаларынан һәм райондарынан 150-нән ашыу ижади проект араһында Сиҙәм урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Әхиәр ҡыҙы Фәйзуллина менән уның уҡыусыһы башҡарған фәнни-эҙләнеү эше 2-се урын яуланы. Уларҙы журналдың баш мөхәррире С.Ғ.Кәримов тәбрик итеп, диплом тапшырҙы. Был ҙур еңеү райондың туған тел уҡытыусыларының һөнәри һәләтен сираттағы ҡат дәлилләй!

Просмотров: 373 | Добавил: ROO | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: