Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Май » 15 » Райондың мәғариф ойошмаларында Башҡорт теле йылы сиктәрендәге саралар үтә
06:44
Райондың мәғариф ойошмаларында Башҡорт теле йылы сиктәрендәге саралар үтә

Хәйбулла районы мәғариф идаралығының 90/2 һанлы бойороғона ярашлы мәғариф ойошмаларында 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне. Документтың ҡушымтаһы ошо исемле йыл сиктәрендә үткәреләсәк саралар планын тәшкил итә. Уға ярашлы һәр ай айырым тематик йүнәлешкә нигеҙләнеп, үҙенең  хэштэгы менән билдәләнә.

Апрель айында үткәрелгән саралар араһында иң сағыуы тип Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһын билдәләргә була. Унда район мәғариф ойошмаларынан Диктанттың рәсми сайтында махсус теркәлеү үткән 1200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Был былтырғы йыл күрһәткесенән 500 кешегә күберәк. Диктант яҙыуҙы ойоштороуҙа айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәткән Подольск, Өфө, Йәнтеш, Әбеш, Сиҙәм, Иҫәнгилде, Һамар, Яңы Ергән урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыларын билдәләп утергә кәрәк.

Май айында үткәрелгән саралар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлана һәм “Башҡорт теле – еңеүселәр теле” йүнәлешендә үтә. Барлыҡ мәғариф ойошмаларында ла тәрбиәләнеүселәрҙең, уҡыусыларҙың һәм педагогтарҙың тырышлығы менән Бөйөк Еңеүгә арналған, һуғыш һәм тыл ветерандарына оло хөрмәт менән һуғарылған шиғырҙар һәм дәһшәтле һуғыш йылдары тураһындағы йырҙар флешмобының видеояҙмалары төшөрөлдө. Улар һәр балалар баҡсаһы һәм мәктәптең рәсми сайттарында һәм Бәйләнештә социаль селтәрендәге махсус биттәрендә урынлаштырылды.

Июнь айы “Башҡорт теле – халыҡ теле” исеме менән #фольклор хэштэгы аҫтында уҙасаҡ. Был айҙа башҡорт халҡының йолаларын, ауыҙ-тел ижадын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү буйынса саралар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ мәктәп яны көндөҙгө лагерҙарында “Йәйләү” программаһына нигеҙләнеп эшләүсе төркөмдәр булдырыу күҙаллана.

Просмотров: 175 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: