Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Март » 6 » Райондың башланғыс класс уҡытыусылары селтәр инновацион майҙансығының сираттағы семинарында ҡатнашты.
13:43
Райондың башланғыс класс уҡытыусылары селтәр инновацион майҙансығының сираттағы семинарында ҡатнашты.

2017 йылдың 2  мартында  “Ф.Х. Мостафина исемендәге 20 - се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы”нда    “Уҡытыу  туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәтәрендә уҡыусыларҙың информацион – коммуникатив комптентлыҡтарын формалаштырыу”  исемле республика семинары үтте.

     Сарала республика селтәр инновацион майҙансыҡ ағзалары,  Өфө ҡалаһы Октябрь районының 136-сы, “Ф.Х. Мостафина исемендәге 20 - се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы”, Ейәнсура районы Яңыбай башланғыс мәктәбе, районыбыҙҙың Йәнтеш, Аҡъяр ауылының 1-се һанлы мәктәптәренең башланғыс класс уҡытыусылары ҡатнашты.

    Семинар тамаша залында уҡытыусыларҙы сәләмләүҙән башланып китеп, мәктәптең музейына  экскурсия менән дауам итте. Артабан  гимназияның юғары категориялы башланғыс класс уҡтыусыларының  заманса ҡоролған дәрестәрен  ҡараныҡ. Уҡыусыларҙың  дәрестән тыш эшмәкәрлектәрен ойоштороу буйынса  күрһәтелгән оҫталыҡ дәрестәре аша уҡыу йортонда балаларҙың  информацион – коммуникатив компетентлыҡтарын үҫтереү өҫтөндә  планлы даими эш алып барылыуын, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың  ИКТ саралар менән оҫта эш итә белеүҙәрен күрҙек. 

    Семинар улырышының эше артабан тамаша залында дауам итте. Ҡаралған дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре буйынса фекер алышҡандан һуң, гимназияның  директоры, яҡташыбыҙ Моталов И.А. белем усағының уҡытыу, тәрбиә эштәре  торошо менән таныштырып үтте. Директорҙың башланғыс кластарҙа уҡытыу – тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Ғәзизова Э.М. селтәр майҙансығы сиктәрендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты доценты, педагогия фәндәре кандидаты Сынбулатова Ф.Ш. “Заман технологиялары нигеҙендә башланғыс белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу” темаһына йөкмәкеле сығыш яһаны. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты доценты, педагогия фәндәре кандидаты,  Республика селтәр майҙансығы етәксеһе Нафиҡова З.Ғ. сығышында башланғыс кластарҙа туған телдә уҡытыуҙың мөһимлеге, ғөмүмән, мәктәптә уҡытыу – тәрбиә эшмәкәрлеген туған телдә алып  барыуҙың әһәмиәтен асып бирҙе.

   Сара аҙағында “Ф.Х. Мостафина исемендәге 20 - се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы”ның ата – әсәләре, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артистары Лилиә Ишемйәрова, Урал Мортазин, Алмас Ғафаров,  Рәмил Ихсанов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Юлдашева Эльмира тарафынан ҡуйылған һоҡланғыс концерт ҡараныҡ.

Семинар юғары кимәлдә үтте. Беҙ бөтәбеҙ ҙә саранан ҙур тәьҫораттар, рух күтәренкелеге алып, илһамланып, киләһе осрашыуҙы баш ҡаланың 136-сы лицейында билдәләп, таралыштыҡ.

Просмотров: 408 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: