Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Июнь » 17 » Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының мили мәғарифидаралығы етәксеһе  м
13:34
Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының мили мәғарифидаралығы етәксеһе  м

Зинуров Булат Ильшад улының сығышының тәүге өлөшө “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы” Дәүләт законын тормошҡа ашырыу тураһында булды. Идаралыҡ етәксеһе туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү, туған телдәрҙә белем биреү кимәленең һәңғы 3 йылда бер кимәлдә тотороҡло һаҡланыуын билдәләне. Туған һәм дәүләт теле булараҡ башҡорт теленең бәҫен күтәреүсе сараларҙың береһе булараҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион-ара олимпиаданың олимпиадаларҙың федераль исемлегенә индерелеүе тора. Билдәле булыуынса атап үтелгән олимпиадала еңеүсе һәм призерҙар, шулай уҡ уларҙы әҙерләүсе уҡытыусылар республика башлығы премияһына иҫәп тота ала. Бынан тыш Башҡортостан Республикаһының престижлылар иҫәбендә булған 6 юғары уҡыу йорто олимпиадала еңеүсе һәм призер булған 10-сы һәм 11-се класс уҡыусыларына уҡыу йортона ингән ваҡытта 10-ға тиклем өҫтәлмә балдар бирә.

Башҡорт теле уҡытыусыларының абруйын үҫтереүсе сара булараҡ, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе оло әһәмиәткә эйә. Быйылғы конкурста Башҡортостан Республикаһының 39 муниципалитенан, 6 ҡала округынан, шулай уҡ РФ-ның Һамар, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 56 уҡытыусы ҡатнашҡан. Быйылғы йылдан уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу һәм бәйгелә ҡатнашырға дәртләндереү сараһы булараҡ төрлө номинациялар һанын 29-ға тиклем еткереүгә олгәшкәндәр.

Икенсе өлөштә Булат Ильшад улы республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади конкурстарға ентекле туҡталып, уларҙың географияһы һәм әһәмиәте хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Слайдтарҙа әүҙем ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән райондар йәшел төҫ менән билдәләнелде. Шуларҙан Хәйбулла районы “Туҡай моңдары”, “Китап уҡыған баланы ҡосаҡлайыҡ” кеүек бәйгеләрҙә әүҙемлек күрһәткәндәр иҫәбендә. Артабан идара етәксеһе мәктәптәрҙе уҡыу әсбаптары һәм китаптар  менән тәьмин торошон барланы. Брифингта ҙур иғтибар Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарына бүленде. Әйткәндәй, 18 июндә “Торатау” конгресс-холында башҡот теленең даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән проекттар презентацияһы үтәсәк.

Просмотров: 152 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: