Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Ноябрь » 30 » Район уҡыусылары - халыҡ-ара бәйге еңеүселәре.
15:04
Район уҡыусылары - халыҡ-ара бәйге еңеүселәре.

    Ноябрь аҙағында Өфөлә Йәш сәсәндәрҙең һәм халыҡ ҡобайыры «Урал-батыр»ҙы БР, РФ халыҡтары телдәре һәм сит телдәрҙә башҡарыусыларҙың VIII халыҡ-ара конкурсы үтте. Бәйгенең ойоштороусылары – ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Комитеты, Башҡорт социаль технологиялар институты башҡорт халҡының мәшһүр эпосы «Урал-батыр»ҙы киң өйрәнеү, уны бөтә донъяға таратыу, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш, йәш быуында илһөйәрлек һыҙаттары, әхлаҡи-этик ҡиммәттәр тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Өс йөҙҙән ашыу бәйгесе туғыҙ секцияла "Урал батыр" эпосын төрлө телдәрҙә башҡару оҫталығын сағылдырҙы. Бәйгеселәр географияһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрен, сит илдәрҙе, хатта Израиль, Һиндостан кеүек алыҫ илдәрҙе лә ялманы.

  Был мәртәбәле сарала район намыҫын яҡлау бәхете Аҡъяр ауылы 2 -се һанлы, Әбүбәкер урта дөйөм белем биреү һәм Бәләкәй Арыҫланғол башланғыс мәктәптәренән 3 уҡыусыға эләкте. Әбүбәкер мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы эпосты башҡорт һәм инглиз телдәрендә башҡарып, артислыҡ номинацияһына лайыҡ булһа, Аҡъяр ауылы 2 -се һанлы мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы үҙенең актёрлыҡ оҫталығы, эпостың йөкмәткеһен яҡшы белеүе менән тамашасыларҙың да, жюри ағзаларының да иғтибарын йәлеп итеп, «Артистизм һәм башҡарыу оҫталығы өсөн» номинацияһында еңеүсе булып танылды. Ә инде Бәләкәй Арыҫланғол башланғыс мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы «Йәш Урал батыр» номинацияһында еңеү яулап, 1-се дәрәжа дипломға лайыҡ булыуға өлгәште. Йәш йондоҙсоҡтарҙы әҙерләгән етәкселәргә ла ойоштороусылар тарафынан рәхмәт хаттары тапшырылды.

   Бәйгеселәребеҙгә артабан да еңеүле үрҙәр теләйбеҙ.

  

 

 

 

Просмотров: 352 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: