Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Ноябрь » 7 » Район уҡыусылары иншалар конкурсының республика этабында ҙур уңыш ҡаҙанды.
07:51
Район уҡыусылары иншалар конкурсының республика этабында ҙур уңыш ҡаҙанды.

Башҡортостан Республикаһы көнө айҡанлы уҙғарылған саралар араһында мәктәп уҡыусылары өсөн ойошторолған Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға бағышланған республика иншалар һәм эссе конкурсы иң мәртәбәлеләре иҫәбендә. Бәйгенең быйыл туған халҡыбыҙҙың бөйөк улы, әҙәбиәтебеҙ маяғы булған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йылға бағышланыуы сараға айырыуса оло мәртәбә өҫтәй. Район уҡыусылары конкурста йылдағыса ҙур әүҙемлек күрһәтте. Муниципаль этаптың баһалау комиссияһы хөкөмөнә уҡыусыларҙың конкурс положениеһының 6 темаһына ярашлы башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарылған 61 ижади эше тапшырылды. Муниципаль комиссия шулай уҡ республика кимәлендә ҡатнашыусы эштәрҙе билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 1226-сы һанлы бойороғона ярашлы туған телдәрҙә башҡарылған 682 эш араһында беҙҙең райондың Әбүбәкер, Сиҙәм, Татыр-Үҙәк, Йәнтеш мәктәптәренән 5 уҡыусының эше призерҙар иҫәбендә тип танылды.

Уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың етәкселәрен сираттағы уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

 

Просмотров: 217 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: